Ҡара ҡарағаттан желе
Ҡара ҡарағаттан бындай желены эшләп ҡарағанығыҙ булдымы? Шундай үҙенсәлекле тәмле, хуш еҫле! Бер тапҡыр шулай эшләһәгеҙ, ҡарағатығыҙҙы йыл да ошо рецепт буйынса ғына әҙерләйәсәкһегеҙ. Уның өсөн: 2 кг ҡарағат, 2 әфлисун (апельсин), 4 кг шәкәр ҡомо кәрәк.
Ҡарағатты ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Әфлисундың тышын алып, уны ла үткәрәбеҙ. Уларҙы бергә ҡушып, шәкәр ҡомо өҫтәп, яҡшы ғына итеп болғатырға, шәкәр иреп бөтөргә тейеш. Тик шунда ғына ул ҡуйырып, желе формаһына килә. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырырға. Ҡара ҡарағаттың бөтә витамины үҙендә ҡала, юғалмай. Ҡайнатырға кәрәкмәй. Әфлисун урынына лимон һалырға ла мөмкин. Ул сағында бындай желе гемоглобинды күтәрергә булышлыҡ итәсәк.
Ашығыҙ тәмле булһын!