Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
20 Июня 2022, 06:35

Тере һыу тылсымы — ғүмер ырымы

Һәр көн иртән тулы кәсә йә стакан менән һалҡын һыу эсергә кәрәк. Ил башына, ғаилә башлығына, үҙеңә һаулыҡ теләп, исемеңде әйтеп "бисмиллаһир - рахмәнир - рәхим" тип, аяғүрә тороп эсәһең. Тик яҡшы теләк теләйһең, һәр ағзаңа һаулыҡ юрайһың. Беҙҙең ата-бабанан, борондан килә был йола. Һыу һинең теләкте ишетә, шуға гел изге теләк, һүҙ, юрау әйт...

Һәр көн иртән тулы кәсә йә стакан менән һалҡын һыу эсергә кәрәк. Ил башына, ғаилә башлығына, үҙеңә һаулыҡ теләп, исемеңде әйтеп "бисмиллаһир - рахмәнир - рәхим" тип, аяғүрә тороп эсәһең. Тик яҡшы теләк теләйһең, һәр ағзаңа һаулыҡ юрайһың. Беҙҙең ата-бабанан, борондан килә был йола. Һыу һинең теләкте ишетә, шуға гел изге теләк, һүҙ, юрау әйт.
Ҡояш ҡалҡмайынса һыу алырға ярамай. Им-том итергә генә, дауаға алыу мөмкин. Ҡояш нуры төшмәгән һыу уянмаған була.
Ҡояш байығас һыуға барырға, крандан ағыҙып алырға ла ярамай — һыу пәрҙәләнгән була, йоҡлай. Әгәр шулай тура килһә, һыуҙан рөхсәт алырға кәрәк. Әйтә торған һүҙе бар :

Эй Һыу инәһе!
Әссәләмәғәләйкүм!
Аҡбуҙатлы ҡунаҡ килгән,
Самауырға һыу кәрәк!
Һыу бир, "өлөшөм", — тиермен!

Йәки:
Һыу инәһе!
Һыу бир, көндөҙ килеп булманы!

РОЗАЛИӘ СОЛТАНГӘРӘЕВА.

Фото интернеттан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас