+20 °С
Облачно


Хризантема сәскәләр гөлләмәһе менән һөйөндөрһөн өсөн уның ҡороған сәскәләрен һәм япраҡтарын өҙөп ташлағыҙ. Шулай уҡ бер төптән күп ботаҡтар йәйелеп китһә, уның ҡайһы берҙәрен өҙөр кәрәк. Әгәр хризантемала сәскә бөрөһө үтә күп булһа, уларҙың ҡайһы берҙәрен алып ташлар кәрәк. Шулай иткәндә ҡалған сәскәләре эрерәк тә, матурыраҡ та булыр.
Баҡсағыҙ гөл-сәскәгә күмелеп ултырһын!