Сүпрә лә ҡыярҙы яҡшы үҫтерә. 100 грамм сүпрәне 10 литр һыуға һалып, йылы урында 3 тәүлек тотҡандан һуң ашлама әҙер. Бер үҫемлек төбөнә ярты литр һибәләр. Йәй буйына 2-3 тапҡыр ҡулланыу етә. Мул уңышҡа һөйөнөп бөтә алмаҫһығыҙ!