Файҙалы кәңәштәр
18 Июня 2022, 04:45

Кебләнән нисек ҡотолорға?

Кеблә (тля) баҡсалағы бар уңышты юҡҡа сығарыу көсөнә эйә. Уларҙан ҡотолоу юлын өйрәнәбеҙ...

Кебләнән нисек ҡотолорға?Кебләнән нисек ҡотолорға?
Кебләнән нисек ҡотолорға?

10 литр һыуға 2 аш ҡалағы нашатыр спирты һәм 1 аш ҡалағы кер йыуыу порошогы алына. Ошо шыйыҡсаны кеблә төшкән үҫемлектәргә һиптереп сығығыҙ.

Араҡы, кока-коланы пульверизатор менән һиптереп сығыу ҙа кебләне юҡ итер.

200-300 г көлгә 5 литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа, һыуынғас һөҙөп алып, 20 г хужалыҡ һабынын ҡушып болғатығыҙ. Был шыйыҡсаны кеблә төшкән үҫемлектәргә һиптереп сығыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас