+21 °С
Облачно


Беҙгә дегәнәк япрағы ярҙамға килер. Йәш япраҡтарҙы йыйып алығыҙ ҙа, ваҡлап "бутҡа" эшләгеҙ. Бутҡаны бал, ябай он менән бутап, йәймә әҙерләгеҙ.
Был йәймәләрҙе кис ятыр алдынан үксәгеҙгә беркетеп, иртәнсәк күбек таш йәки пемза менән эшкәртеп алыу ҙа етә.
Бындай процедуранан тырнаҡтарығыҙ менән булышмай тороғоҙ. Шулай уҡ үксәгеҙ етерлек таҙармаған кеүек тойһағыҙ йәнә ҡабатларға була. Тик артыҡ мауығып ташламағыҙ. Ваҡытында туҡтарға ла белегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Йәй шатлыҡлы мәлдәр менән бай булһын!