+25 °С
Облачно


“Байкал” препараты осһоҙ түгел. Шуға ла беҙ уны үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Бының өсөн берәр биҙрә тиреҫ, урмандан алынған япраҡ серетмәһе, ағас көлө, 3 литрлы банка менән әсетке (100 гр әсеткене йылы һыу менән ебетергә һәм шәкәр йә иҫкергән ҡайнатма өҫтәргә, 1 аҙнала әҙер була), ҡара кипкән икмәк, әсегән һөт, кeфир, эремсек һыуы (араһынан нимә бар, шуны ҡулланабыҙ), 1 көрәк үҙеңдең баҡсаңдағы тупраҡ кәрәк була.
Быларҙың барыһын бергә ҙур һауытҡа һалып, 10 көн әсетәбеҙ.
Әҙер "Байкал"ды бер биҙрәгә берәр сүмес өҫтәп, булған түтәлдәргә ҡойоп сығырға була.
Ошо рәүешле беҙ файҙалы микроорганизмдарҙы үрсетәбеҙ. Был, шулай уҡ үҙ баҡсаңдағы тупраҡты ҡулланғас, бик тә отошло.
Баҡсағыҙҙан мул уңыш алып һөйөнөгөҙ!