+23 °С
Облачно


Ҡоймаҡ идеаль килеп сыҡһын өсөн 3 йомортҡа, ярты литр һөт, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 200 гр он, 20 гр үҫемлек майы, 200 гр ҡайнар һыу кәрәк була.
Табаҡҡа йомортҡа һытып, бер аҙ туҡып алығыҙ. Унан һөттөң яртыһын, тоҙ, шәкәр өҫтәп, йәнә туҡығыҙ. Ошонда он иләп һалабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Төйөрҙәр ҡалмаһын.
Ҡалған һөттө ҡойоп, йәнә болғатабыҙ. Әҙер ҡамырға ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ.
Табаны майлап, ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Әгәр ҡоймаҡ табаға йәбешһә, 1-2 ҡалаҡ он өҫтәгеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!