Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
10 Июня 2022, 14:50

Ашҡаҙан аҫты биҙен дауалайыҡ

Ашҡаҙан аҫты биҙен халыҡ рецептары менән дә дауалап була. Быны мотлаҡ йәйҙең икенсе яртыһында эшләр кәрәк. Тик бер ай алда бауырҙы таҙартыр кәрәк. 

Ашҡаҙан аҫты биҙен дауалайыҡАшҡаҙан аҫты биҙен дауалайыҡ
Ашҡаҙан аҫты биҙен дауалайыҡ

Тик алдан бауырҙы таҙартырға кәңәш ителә. Бауырҙы таҙартҡандан һуң бер ай ял итеп алыу мотлаҡ. 

Бауырҙы һәм ашҡаҙан аҫты биҙен таҙартыу өсөн күп шыйыҡса эсер кәрәк. Бының  өсөн шишмә һыуын,  минерал һыу, кипкән емеш компотын ҡулланырға кәңәш ителә. 

Ашҡаҙан аҫты биҙен таҙартҡан саҡты рафинад шәкәрҙән баш тартығыҙ. Шулай уҡ майлы, ҡурылған, май, һөт, кофе һәм сәйҙе рациондан алып тороғоҙ. 

1. Лавр япрағы. 

Термосҡа 10 лавр япрағын һалығыҙ. Унан 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтегеҙ. Унан төнәтмәне һөҙөп алып, ашарҙан 30 минут алда 50 гр (күберәк ярамай) эсегеҙ. Төнәтмәне 2 аҙна дауамында эсергә кәңәш ителә. 

2. Петрушка һәм һөт. 

Ит үткәргестән 2 кг петрушканы үткәреп,  3.5 л һөт ҡойоғоҙ. Унан был ҡатнашманан бутҡа (яҡынса 1,5 сәғәт) бешерегеҙ. Был порцияны 3 көндә ашап бөтөгөҙ. Бынан тын бер нәмәне лә ашарға ярамай. Ә бына минерал һыуҙы эсергә ярай. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас