Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
7 Июня 2022, 08:00

Шифалы эсемлек

Был күп кенә ауырыуҙар менән көрәштә көслө дауа сараһы булып тора.

Ул - һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән яһалған шифалы эсемлек. Уны әҙерләү өсөн 1 сынаяҡ алма һеркәһе, 1 сынаяҡ бал, 10 һарымһаҡ бүлеме кәрәк.

Һарымһаҡты әрсеп, бал һәм алма серкәһе менән бутап, тығыҙ итеп ябыла торған банкаға һалып ҡуйығыҙ. Шифалы эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Ас ҡарынға 2 ҡалаҡ күләмендә эсергә кәрәк. Артынан һыу, йә булмаһа сәй йотоп ҡуйырға була, ләкин был эсемлекте ауыҙ иткәс, 15 минуттан һуң ғына ашарға ярай. 
Шифалы эсемлектең файҙаһын инде бишенсе көнөнә үк һиҙәһең. Хәлһеҙлек, баш ауыртыуҙар бөтә, ашҡаҙан эшсәнлеге яҡшыра һәм организмдың дөйөм  тонусы яҡшыра. Анемия, йоҡоһоҙлоҡ, астеник синдромынан яфа сигеүселәргә был бына тигән дауа!
Әлеге ҡатнашма күп кенә ауырыуҙар менән көрәштә көслө дауа сараһы булып тора. Быума, гипертония, түлһеҙлек, енси көсһөҙлөк һәм хатта рак ауырыуҙары был тылсымлы дауалау сараһына ҡаршы тора алмай. Эсемлектең тәьҫире иммунитетты арттырыу һәм организмдағы «насар» холестерин дәрәжәһен кәметеү менән бәйле. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән яһалған шифалы эсемлекте ике аҙна дауамында даими ҡулланғандан һуң, ауырыуҙың иң ауыр формаһы менән сирләүселәрҙең дә хәле яҡшыра. Был, тәү сиратта, әлеге ҡатнашманың ингредиенттары тәьҫиренә бәйле.
Эсемлекте һәр кемгә ҡулланырға ярай, быға медицина ҡаршылыҡтары юҡ. Хатта бөтөнләй һау-сәламәт кешеләр өсөн дә бал, һармыһаҡ һәм алма һеркәһенән яһалған эликсир – ысын табыш ул. Уны һәр көн ҡулланһаң, һин үҙеңде сезонлы инфекцияларҙан һаҡлап ҡалаһың һәм организмдың һаҡланыу көсөн – иммунитетты нығытаһың.

Фото: Интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас