

🔶Сәй ағасы майы
Ҡысытҡан урынды тынысландыра, шеште һәм һыҙланыуҙы баҫа. Шулай уҡ антибактериаль эффектҡа эйә, артабан боҙолоуға юл ҡуймай.
🔶Бал
Бал шешеүгә ҡаршы сара булып тора һәм ҡысытыуҙы баҫа.
🔶Һөт һәм һыу
Һөт менән һыуҙы бер үк кимәлдә ҡушып болғатығыҙ ҙа сепрәкте йә мамыҡты манып алып, ҡысып торған урынға һөртөгөҙ. Тынысланып ҡалыр.
🔶Лимон һуты
Ҡысыған урынды баҫыр, шулай уҡ антибактериаль эффектҡа эйә.
🔶Ала миләүшә (лаванда) майы
Был майҙы серәкәй тешләгән урынға тамыҙығыҙ. Ул сағында тырнап, шештермәҫһегеҙ.
🔶Бөтнөклө теш пастаһы
Теш пасталары составында ментол бар. Ул һалҡын кеүек тойғо уятыр һәм ҡысыу баҫылып торғандай тойолор.
🔶Базилик
Базилик япраҡтарында һалҡынлыҡ тойғоһон уятҡан химик матдәләр бар. Бер нисә япраҡты иҙеп, серәкәй тешләгән урынға баҫығыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Йәй шатлыҡлы мәлдәр менән генә иҫтә ҡалырлыҡ булһын!