Файҙалы кәңәштәр
6 Июня 2022, 10:45

Шытҡан картуф төнәтмәһе

Туҡталышта бер ҡатын: "Быуыным ныҡ һыҙлай. Ниндәй генә дарыуҙар, уколдар алманым. Хәҙер инде иммунитетым да бөттө", -- тип һөйләшеп торғанын ишетеп ҡалдым. Әгәр инде дарыуҙар ҙа ярҙам итмәһә, бәлки, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеп ҡарарғалыр. Был рецепта шытҡан картуф ҡына бар.  Быяла банкаға ярты литр араҡы ҡойоп, картуф шытыҡтарын тултырығыҙ. Бынан һуң банканың ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ ҙа ҡараңғы урынға ултыртығыҙ. унда 15-20 градустан да йылыраҡ булмаһын. Бер аҙнанан төнәтмә әҙер була.   

Шытҡан картуф төнәтмәһеШытҡан картуф төнәтмәһе
Шытҡан картуф төнәтмәһе

Быяла банкаға ярты литр араҡы ҡойоп, картуф шытыҡтарын тултырығыҙ. Бынан һуң банканың ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ ҙа ҡараңғы урынға ултыртығыҙ. унда 15-20 градустан да йылыраҡ булмаһын. Бер аҙнанан төнәтмә әҙер була. 

 

Араҡы урынына самогон ҡулланырға ла ярай. Уның составына ингән майҙар өҫтәмә ҡыҙҙырыу эффектын бирә. 

Бар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп әҙерләгәндә, бер аҙнанан төнәтмә әҙер була. Был төнәтмә нервы күҙәнәктәре менән бәйле сирҙәргә ярҙам итә. Мәҫәлән, сәнсеп-сәнсеп бил ауыртҡанда. Йәки тубыҡтарығыҙ.

Был төнәтмәне һыҙлаған урынға һөртөп, йылы шәл кеүек әйбер менән төрөп ҡуйығыҙ. бер нисә минуттан һыҙланыуығыҙ баҫылып ҡалыр. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас