+10 °С
Облачно


Бауырҙан тәмле һәм еңел генә торт😋 ✅Бының өсөн: 🥣 500 грамм самаһы бауыр 🥣 2 баш һуған 🥣 1 стакан ҡайнаған һөт 🥣 3 йомортҡа 🥣 ҡыҙыл борос, тоҙ 🥣 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы 🥣 ярты стакан он ✅Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ , ҡайнап һыуынған һөт 🥛ҡушабыҙ, 🥚 йомортҡа, көнбағыш майы🥄, тоҙ, борос, он һалып барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ🥣. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны йоҡа ғына итеп табаға йәйеп, ике яғынан да бешерәбеҙ. Эслек әҙерләйбеҙ: 🥣 2 баш һуған 🥣 2 кишер 🥣 ауыл ҡаймағы 🥣 соус 🥣 тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр һалабыҙ. Эслектең барыһын бергә табала ҡыҙҙырабыҙ, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Бешергән саҡта эҫе көйө һалынһа, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы килеп сыға👍🏻.