Файҙалы кәңәштәр
4 Июня 2022, 13:57

Эремсектән торт

Был күпереп торған тортты бешереү өсөн 0,5 кг эремсек, 1 йомортҡа, 2 стакан шәкәр, 2 балғалаҡ сода, 3  стакан он кәрәк була. 

Эремсектән тортЭремсектән торт
Эремсектән торт

Был күпереп торған тортты бешереү өсөн 0,5 кг эремсек, 1 йомортҡа, 2 стакан шәкәр, 2 балғалаҡ сода, 3  стакан он кәрәк бул. 

Башта эремсеккә шәкәр һәм йомортҡаны ҡушып, ыуабыҙ. Унан һыуы бүленеп сыҡһын өсөн ултыртып торабыҙ ҙа сода һәм он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. 

Әҙер ҡамырҙы 6 өлөшкә бүләбеҙ. Алты коржды алдан ҡыҙған духовкала 5-7 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Өҫтө алланып бешергә тейеш. 

Хәҙер кремға сират етте. Бының өсөн 4 йомортҡа һарыһын, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы он, 3 стакан һөт алабыҙ. 

Башта йомортҡа һарыһын шәкәр менән туҡып алабыҙ ҙа һыуытҡыстан алынған һөт менән ондо өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. 

Унан хорошо ҡатнашманы һүрән утҡа ултыртып, болғай-болғай бешерәбеҙ. Ҡуйырып сыҡҡас уттан алабыҙ. 

Хәҙер сират бисквиттарға етте. Һәр ҡайһыһын түңәрәкләп матур итеп ҡырҡабыҙ ҙа крем һөртөп, ҡатлап һалабыҙ. 

Аҙаҡ үҙебеҙ теләгәнсә биҙәйбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас