+24 °С
Облачно


Окрошка
Эҫе көндәрҙә бик күптәр яратып ашаған окрошканы әҙерләйек. 1 литр квас йәки кефирға 7 редис, 2 ҡыяр, 2 бешкән уртаса картуф, йәшел һуған, тоҙ, шулай тәменә ҡарап укроп, петрушка алырға мөмкин. Бар йәшелсәләрҙе турап өҫтөнә һалҡын квас йәки кефир (кефирҙы газлы минераль һыу менән 1:1 итеп алырға мөмкин) ҡойоғоҙ. 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Ашар алдынан тәрилкәгә майонез, йәшел тәмләткестәр турап бирегеҙ. Өҫтәлебеҙ тулы булһын!