+18 °С
Дождь


Был май арҡа ауыртҡанда, умыртҡа һөйәге араһында бүҫер булһа, аяғыңды яҙа баҫһаң, хатта быуындар һыҙлағанда ярҙам итә.
Һыҙлаған урынға пихта майын пихта майын ыуығыҙ. Унан ошо урынға мумиялы балды һөртөгөҙ.
Ә бындай балды эшләү өсөн 100 гр балға 1 гр мумие (уныһын 1 балғалаҡ ҡайнап бер аҙ һыуытылған һыу менән иҙергә).
Усың менән һурған кеүек һуҡҡылап-һуҡҡылап алырға кәрәк. Тире усҡа йәбешеп торорға тейеш. Ауыртыу тойорһоғоҙ, түҙегеҙ.
Массаждан һуң ауыртҡан урынға "финaлгoн" майын һөртөп, арҡағыҙҙы ҡаплап ҡуйығыҙ.
Дауаланыу курсы 1 ай.
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!