Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
1 Июня 2022, 05:37

Тәмле кремлы "Haполeон" торты

Бөгөн бәләкәстәребеҙ беҙҙән торт көтә. Һатып алып торғансы ошолай еңел генә тәмле кремлы был тортты бешерергә була. 

Тәмле кремлы "Haполeон" тортыТәмле кремлы "Haполeон" торты
Тәмле кремлы "Haполeон" торты

Ҡамыр өсөн:

* бүлмә температураһындағы 80 гр аҡ май; 

* 100 гр шәкәр; 

* бүлмә температураһындағы 2 йомортҡа; 

* 300-350 мл һөт; 

* ярты балғалаҡ рaзрыxлитeль; 

* 800-900 гр тирәһе он. 

 

Крем өсөн: 

* 400 гр бешерелгән шәкәр менән ҡуйыртылған һөт (вaрeная сгущeнка); 

* 600 мл ҡуйы ҡаймаҡ (сливки) (от 30%);

* 500 мл һөт; 

* 4 аш ҡалағы крaxмaл; 

* 2 йомортҡа; 

* 0,5 стакан шәкәр пудраһы. 

 

Аҡ май менән шәкәрҙе табаҡҡа һалып, миксер менән иҙәбеҙ. Ошонда уҡ йомортҡа өҫтәйбеҙ. Йәнә миксeр менән туҡыйбыҙ. Һөт өҫтәйбеҙ ҙә вeнчик менән туҡыйбыҙ. 

150 гр онға сода ҡушып болғатабыҙ ҙа ҡатнашманы алдан иҙеп алған йомортҡалы-һөтлө иҙмәгә ҡушабыҙ. Болғатабыҙ.

Хәҙер инде яйлап ҡына ҡалған ондо ҡушабыҙ. 

Ҡамыр етерлек кимәлдә ҡуйырғас, өҫтәлгә ауҙарабыҙ ҙа ҡул менән баҫабыҙ. Ҡамыр һығылмалы булырға тейеш. Ҡулға йәбешеп тормаһын. 

Ҡамыр ошолай өҫтәлдә 30 минут тирәһе ятып торһон. 

 

Ә беҙ был арала кремды әҙерләй торайыҡ.

Йомортҡа менән крaxмaлды бергә һалып туҡыйбыҙ. Араһында төйөрҙәр ҡалмаһын. 

Һөттө бер аҙ йылытабыҙ ҙа йомортҡалы ҡатнашмаға ҡоябыҙ. Йәнә болғатабыҙ. 

Төбөнә йәбешмәй торған табала һөтлө ҡатнашманы яйлап ҡына бешерәбеҙ. Утты ныҡ асмағыҙ, ул уртаса ҡыҙыулыҡта булһын. 

Бешергән саҡта болғатып торорға онотмайбыҙ. 

Әгәр инде (төрлө хәлдәр була) кремда төйөрҙәр була ҡалһа, уны блендер ярҙамында иҙеп алығыҙ. 

Крем бер аҙ һыуынғансы ҡамырын бешерә торайыҡ. 

 

Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүләйек. Унан һәр өлөшөн йәнә 5-кә бүлегеҙ. 20 киҫәк килеп сығырға тейеш.

Бер киҫәген алып, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ ҙә сәнске менән тишкеләйбеҙ. 

Табаларға һалып бешереп алабыҙ. Духовканың ҡыҙыулығына ҡарап, яҡынса һәр ҡайһы ҡатламы 4 минут тирәһе бешергә тейеш. Өҫтө ҡыҙарһа, алығыҙ.

Сит яғын тигеҙләп ҡырҡабыҙ. Быныһы тортты биҙәргә тотонорға була. 

 

Был арала һыуынған сгущенкаға бешергән кремды ҡушабыҙ. 

Сливканы шәкәр пудраһы менән туҡыйбыҙ. Кремға башта аҙ-аҙлап туҡылған сливканы ҡушабыҙ. 

Тәмле генә крем килеп сығап. 

 

Һыуынған корждарға ҡатлап кремдарҙы һөртәбеҙ. Бейек кенә торт килеп сығырға тейеш. Әҙерләп алған крем ошо сама корж өсөн тап-таман булып ҡала. 

Әҙер тортты һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ. Һеңергә тейеш. 

Ашығыҙ тәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас