+29 °С
Облачно
Беҙ ошондай ромашка йыябыҙ. Ул аптечная ромашка тип атала. Йыйыуы еңел, күпләп үҫә. Ул тиҙ кибә,төнәткәндә сығышы һәйбәт. Эсергә еңел, балалар ҙа яратып эсә, әскелтем тәме әҙ генә бар. Бер стакан ҡайнар һыуға бер сәй ҡалағы һалам дә, 15 минут тирәһе тотам. Өҫтөнә ябып. Шунан сәй һымаҡ әсәм. Бал ҡушып эсергә яратам. Әгәр ҙә кемдер бүтән төрлө ромашка йыйған икән, йәки йәшәгән ерегеҙҙә бындай ромашка үҫмәй икән, ниндәйе үҫә шуны йыябыҙ.Тик дөрөҫ итеп киптерегеҙ, кипкәс оҙаҡ йыймайынса һалып ҡуймағыҙ.Ҡағыҙ йәки сепрәк тоҡтарҙа һаҡларға була. Өйгә әҙләп алып инегеҙ. Бөткәндән бөткәнгә генә.Йылыла үҙенән - үҙе көйә төшә башлай. Әрәм булмаһын!
Фото интернеттан алынды.