Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
30 Мая 2022, 09:12

Тәҙрә йыуа беләһегеҙме?

Тоҙ бысраҡтарҙы йыуып төшөрә, быяланы ялтырата. Уның өсөн 1 стакан һыуҙа 2 аш ҡалағы тоҙҙо эретегеҙ һәм тәҙрәләрегеҙҙе йыуығыҙ...

Ҡыш, яҙ үтеү менән халыҡ йорт-ҡураһын тәртипкә килтерә башланы. Күптәр өйҙәрен таҙаларға тотондо. Ә бына тәҙрәләр айырым иғтибар талап итә. Уларҙы мәшәҡәтһеҙ генә нисек йыуырға? Һеҙгә бер нисә алымын тәҡдим итәбеҙ:

1 Һеркә быялалағы таптарҙы бөтөрә. Уның менән йыуғандан һуң тәҙрәне бысратыусы бөжәктәр ҙә ҡурҡасаҡ. Шыйыҡсаны былай әҙерләйҙәр: 1 стакан йылы һыуға 50 миллилитр һеркә ҡушып болғатығыҙ. Унан пульверизатор менән быялаға һиптереп, тәҙрәне йомшаҡ сепрәк менән ҡоротоп һөртөгөҙ.

2. Глицерин бысраҡ таптарҙы бөтөрә. Тәҙрә оҙаҡ таҙа торһон тиһәгеҙ, 40 миллилитр һыуҙы 60 миллилитр глицерин менән бутағыҙ, 2-3 тамсы нашатырь спирты тамыҙығыҙ һәм шул ҡатнашма менән тәҙрәләрҙе һөртөгөҙ. Ул быяланы боҙланыуҙан да һаҡлай.

3. Тоҙ бысраҡтарҙы йыуып төшөрә, быяланы ялтырата. Уның өсөн 1 стакан һыуҙа 2 аш ҡалағы тоҙҙо эретегеҙ һәм тәҙрәләрегеҙҙе йыуығыҙ.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас