Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
30 Мая 2022, 10:20

Шешенәһегеҙме?

Был һеҙгә ярҙам итәсәк.

Шешенәһегеҙме? Ул сағында, был эсемлек һеҙгә ярҙам итәсәк. 
Уның өсөн тәүгә геркулес ярмаһы һатып алабыҙ. Тәүҙә ҡаптың төбөнә иғтибар итегеҙ: унда 1 һаны яҙылһа - ул иң эреһе. Һаҡлау ваҡыты алты айҙан артмаҫҡа тейеш, шулай икән - файҙалыраҡ.

Бер порция өсөн өймәләм ике ҡалаҡ ярма алып, тишекле һауытта йыуабыҙ ҙа өҫтөнә 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатабыҙ һәм 10 минутҡа ултыртып ҡуябыҙ.

Шифалы эсемлекте көнөнә бер-ике тапҡыр ашарҙан 20 минут алдан эсергә. Ай буйы эскәндән һуң 10 көн ял итергә.

Был төнәтмәнең файҙаһы нимәлә? Организмдың һаҡланыу сараһы үҫешә, иммунитет күтәрелә, ҡул-аяҡтың шешенеүе бөтә. Бәүел бүленеү эшмәкәрлеге һәм ҡан баҫымы яйға һалына.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас