

Һорау - яуап
Редискаға һөжүм итәләр
- Редискаларым матур итеп үҫте. Иртәрәк ултырттым быйыл. Тик бөгөн редискаларҙы йыйып алғанда уларҙың ашалғанын күрҙем. Ул-был урынынан әҙерәк соҡолған кеүек. Япраҡтарында һиҙелмәй, ә йәшелсәнең үҙен ниҙер ашай. Нимә икән ул? Нисек ҡотҡарырға редисканы?
Редис иртә һәм тиҙ өлгөргән йәшелсә булараҡ уға ҡоротҡос бөжәктәр ныҡлап һөжүм итеп өлгөрмәй. Шулай ҙа бөжәктәр бер түтәлгә төшһә, ныҡ зыян килтереүҙәре бар. Релистың япраҡтарына ла, үҙенә лә төрлө бөжәктәр һөжүм итә. Был йәшелсә тиҙ өлгөргәс, уны химик препараттар менән эшкәртеүе кәңәш ителмәй. Сөнки химикаттарҙың йәшелсәлә тороп ҡалыуы бар. Һеҙҙең осраҡта, редискағыҙға лайлалы ҡусҡар (слизень) һөжүм итәлер. Был ҡоротҡос редисканы төнөн ашай. Шуға күрә көндөҙ һеҙ уны күрмәүегеҙ бар. Быйылғы ямғырҙар уларға үрсергә мөмкинселек бирҙе. Был бөжәктәр эҫе һәм ҡояшлы көндәрҙе яратмай. Көндөҙ улар таш, таҡта һ.б. аҫтына йәшенә. Уларҙы ҡурҡытыу өсөн редискағыҙ өҫтөнә әрем, кесерткән йолҡоп ташлағыҙ. Көл һибеү ҙә уларҙы ҡурҡыта. Редискаға һыу ҡойғанда, лейкағыҙға горчичный порошок өҫтәгеҙ (10 литр һыуға 5 аш ҡалағы).
Баҡсағыҙҙы төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн төрлө урынға һарымһаҡ, бәрхәт сәскәһе, фенхель сәсегеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.