+23 °С
Дождь


Гөдәрҙә ваҡ себен, башҡа бөжәктәр күренһә, гөл һауытына 5 бөртөк шырпы төртөп ҡуйығыҙ. Көкөртө менән аҫҡа. Тәүлек һайын шырпы бөртөктәрен алмаштырабыҙ.
Тағы бер ысул. Звездочка бальзамын гөл һауытының ситенә һөртөп ҡуйыу. Был еҫтән бөжәктәр юҡҡа сығыр.
Тағы бер ысул - лимон, әфлисун ҡабыҡтарын гөл һауыты тирәләй, әҙерәген гөлдөң тупрағына күмеү.
Тағы бер ысул - көл һалыу. Ул гөлгә бик яҡшы ашлама ла.
Гөлдәребеҙ күкрәп үҫһен, уларға фәрештәләр ҡунһын:)
Гүзәл Иҫәнгилдина.