Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
26 Мая 2022, 08:10

Туңдырылған еләк-емештән бәлеш

Уның бер нисә сере бар. Ағып төшмәһен тиһәң...

Туңдырылған емештән бәлеш бешереүҙең бер нисә сере бар.

Беренсенән, бәлешкә һалыр алдынан туңдырылған еләкте иретмәгеҙ. Бәлешкә артыҡ шыйыҡса кәрәкмәй. Еләктәрҙе онда йәиһә крахмалда аунатып алығыҙ, юғиһә, улар бер-береһенә йәбешәсәк. Он артыҡ шыйыҡсаны ла үҙенә ала. Бешереү ваҡытын бер аҙ арттырығыҙ. Ҡамырға майҙы артығыраҡ һалһағыҙ ҙа һәйбәт буласаҡ. Ул еләктәрҙән ағып сыҡҡан һутты “йотасаҡ”. Туңдырылған еләк-емеш менән асыҡ бәлештәр бешереү яҡшыраҡ. Улар матур ҙа буласаҡ, артыҡ һуттары ла парға әйләнәсәк.

 

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас