+10 °С
Облачно


Бының өсөн грек сәтләүеге, бал, петрушка япраҡтары, йөҙөм, имбирь кәрәк була.
Башта сәтләүекте онтарға кәрәк, унан ваҡлап туралған петрушканы өҫтәйең. Хәҙер инде сират йөҙөмгә етте. Йәнә бер аҙ бал менән имбирҙы ҡушып яҡшылап болғатҡанда... дауа әҙер ҙә була.
Был тәмлекәсте иртән ас ҡарынға 2 аш ҡалағы аша. Ә бына көн дә ашарғамы, тигән һорауыңа яуап былай булыр:
Белгестәр әйтеүенсә, был дауаны аҙнаһына 2-3 тапҡыр ҡабул итергә кәрәк. Ошолай иткәндә төндә яҡшыраҡ йоҡлай башларһың. Ә сәсең менән тырнағың һиңә бары тик рәхмәт кенә әйтер. Шәпме? Шәп!
Һау-сәләмәт бул!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡ бул! Табип менән кәңәшләшһәң, бигерәк тә яҡшы булыр!