Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
25 Мая 2022, 05:55

Помидор буйға үҫһә...

Помидорым буйға үҫеп тик ултыра. Сәскәләре күренеп ҡала, ә помидорҙары юҡ. Йыл һайын ике-өс метр булып үҫәләр, ә йәшелсәһен ашап ҡыуанған юҡ. Нимә кәңәш итер инегеҙ?..

Помидор буйға үҫһә...Помидор буйға үҫһә...
Помидор буйға үҫһә...

--Помидорым буйға үҫеп тик ултыра. Сәскәләре күренеп ҡала, ә помидорҙары юҡ. Йыл һайын ике-өс метр булып үҫәләр, ә йәшелсәһен ашап ҡыуанған юҡ. Нимә кәңәш итер инегеҙ?

--Помидорҙар, айырыуса теплицала үҫкәндәре, буйға үҫеүсән була. Был тейешле ашламаларҙың етмәүе, һыуҙы артыҡ ҡойоуҙан була. Йәшелсәнән мул уңыш алыу өсөн июнь-июль-августа уға ашлама индерер кәрәк. Ул былай әҙерләнә: 2-3 аш ҡалағы көлдөң өҫтөнә 5 литр ҡайнаған һыу ҡойоп һыуытабыҙ, унан тағы 5 литр һыу өҫтәйбеҙ. Ошо һыуға йод һәм бер пакетик бор кислотаһы өҫтәйбеҙ. Бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. 1 литр төнәтмә 10 литр һыу менән бутала. Артабан уны һәр помидор аҫтына 1 литр самаһы ҡойоп сығабыҙ. Был ашлама помидорҙы буйға үҫеүенән туҡтатып, уның йәшелсә биреүенә булышлыҡ итә һәм төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас