Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
24 Мая 2022, 07:23

Йәһәт кенә әҙер була торған бисквит

Төшкөлөккә йәһәт кенә бисквит бешерә һалайыҡ. Ул 4 минутта бешеп сыға һәм уға ни бары 2 йомортҡа, 10 аш ҡалағы һөт, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, 3 аш ҡалағы какао, 8 аш ҡалағы шәкәр, 6 аш ҡалағы он, 1 балғалаҡ разрыхлитель йәки уксус менән һүндерелгән сода ғына кәрәк була. 

Йәһәт кенә әҙер була торған бисквитЙәһәт кенә әҙер була торған бисквит
Йәһәт кенә әҙер була торған бисквит

Бының өсөн 2 йомортҡа, 10 аш ҡалағы һөт, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, 3 аш ҡалағы какао, 8 аш ҡалағы шәкәр, 6 аш ҡалағы он, 1 балғалаҡ разрыхлитель йәки уксус менән һүндерелгән сода кәрәк була.

Башта йомортҡа менән шәкәрҙе ҡуша туҡып алабыҙ. Унан какао ҡушып, ипләп кенән болғатабыҙ. Шоколадлы ҡатнашмаға он, разрыхлитель өҫтәп, болғатабыҙ. 

Ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыға. Был ҡамырға үҫемлек майы менән һөт өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. 

Әҙер ҡамырҙы майлы формаға ҡойоп, микроволновкаға оҙатабыҙ. Ул 4 минутта әҙер була.

4 минуттан һүрәттә күргәнсә шәп бисквиттар менән яҡындарығыҙҙы һыйлай алаһығыҙ! 

Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас