Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
24 Мая 2022, 04:17

Аш содаһы - баҡсағыҙҙы ҡотҡарасаҡ

Виноград, кәбеҫтә, ҡыяр, ҡарағат һәм башҡа йәшелсә-емеш үҫтерәһегеҙ икән, мотлаҡ аш содаһы ашламаһын ҡулланығыҙ.

Аш содаһы баҡсағыҙҙы ҡотҡарасаҡ

Виноград, кәбеҫтә, ҡыяр, ҡарағат һәм башҡа йәшелсә-емеш үҫтерәһегеҙ икән, мотлаҡ аш содаһы ашламаһын ҡулланығыҙ. Аш содаһы – баҡсасыларҙың ярҙамсыһы. Уны йәшелсә-емеш үҫтергәндә мотлаҡ файҙаланырға кәңәш ителә. Сөнки ул - “Ашығыс ярҙам” кеүек файҙалы.

Мәҫәлән, виноград үҫтерәһегеҙ икән, емештәре бөрөләнгән ваҡытта уның төбөнә түбәндәгесә әҙерләнгән массаны ҡойоғоҙ: 75 г аш содаһын 10 литр һыуҙа эретегеҙ. Был процедура виноградты сереүҙән (серая гниль) һаҡлаясаҡ. Шулай уҡ емештәрҙең тәмен татландырасаҡ.

Бөтә емеш ағастарын да сода эретмәһе менән ашларға мөмкин. Был уларҙы ҡарышлауыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ аҡ ысыҡ (мучнистая роса) ауырыуына ҡаршы дарыу һымаҡ та ҡулланалар.

1 сәй ҡалағы аш содаһын 1 литр йылы һыуҙа эретеп, ҡыярҙарға һиптерергә мөмкин. 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы сода һалып болғатып, ҡыярҙарға ҡойғанда, уларҙың япраҡтарын тиҙ һарғайыуҙан ҡотҡарасаҡ.

Крыжовник һәм ҡарағаттарҙы түбәндәгесә эшкәртергә мөмкин: 1 аш ҡалағы аш содаһы, 1 таблетка аспирин, 1 сәй ҡалағы ниндәй ҙә булһа һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса, 1 аш ҡалағы көнбағыш майын алып, яҡшылап бутарға һәм уға 4,5 литр һыу ҡойорға.

Кәбеҫтәләге ҡарышлауыҡтарҙан ҡотолор өсөн, ҡоро аш содаһын уның өҫтөнә һибеп сығыу ҙа етә.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас