

Ҡамыр өсөн :
* 2 йомортҡа
* 400 гр кефир
* 200 гр йомшаҡ ҡына эремсек
* 150 гр он
* 1 балғалаҡ разрыхлитель
* 1 балғалаҡ тоҙ алына.
Эслек өсөн:
* 350 гр фарш
* 1 башлы һуған
* тәменә ҡарап һарымһаҡ, тоҙ, борос алына.
Тәрәнерәк табаҡҡа йомортҡаны һытып туҡыйбыҙ. Ошонда уҡ кефир, эремсек, тоҙ өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. Унан иләп он һалабыҙ. Ҡамырҙы болғатабыҙ, ултыртып торабыҙ.
Был ваҡытта эслек менән булышайыҡ:
Һуғанды майлы табала алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ ҙа фарш, тоҙ һәм тәмләткестәр өҫтәйбеҙ ҙә ҡурып алабыҙ.
Ҡыҙған табаны майлап, ҡамырҙы ҡалаҡлап һалабыҙ. Унан уртаһына фарш һалабыҙ ҙа урталай ипләп кенә бөкләйбеҙ. Табаға ҡапҡас ябып, һүрән утта бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!