+20 °С
Облачно


Телефонһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, шулай бит? Уны кухняла, аш-һыу араһында ла, тотоп йөрөйбөҙ, һыу ҡул менән тотабыҙ. Ә бит бынан телефон боҙолоуы бар. Уны һаҡлар өсөн, эш эшләгәндә, полиэтилен моҡсайға һалығыҙ. Һыу ҡул менән тотһағыҙ ҙа ҡурҡыныс түгел. Кнопкаларына ла еңел баҫып була.. Ә кемдер телефонын сумкаһында ла шулай йөрөтә. Был телефонды һыҙырылыуҙан һаҡлай.Төрлө пульттарҙы ла шулай һаҡлау отошло һәм хәүефһеҙ. Телефондар оҙаҡ хеҙмәт итһен!
Гүзәл Иҫәнгилдина.