Файҙалы кәңәштәр
22 Мая 2022, 04:30

Тәмле соус

Һаҡлаған һарымһаҡ йомшара башлаһа йә бар ризыҡҡа ҡушып булған, һалҡын тейеүҙән һаҡлаған соус-приправа кәрәк булһа, уны үҙегеҙ ҙә әҙерләй алаһығыҙ...

Тәмле соусТәмле соус
Тәмле соус

Әгәр өйҙә һаҡлаған һарымһыҡ йомшара һәм боҙола башлаһа, унан тәмле соус әҙерләргә була.  250 г таҙартылған һарымһаҡҡа ярты сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы алына. Быларҙың барыһын да пюре булғансы блендерҙа болғатығыҙ. Был приправаны бар ризыҡҡа ҡушырға, икмәккә һылап ашарға мөмкин. Һыуытҡыста ярты йыл һаҡлана. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас