Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
22 Мая 2022, 09:30

Сельдты үҙебеҙсә

Ҡайһы саҡта магазиндан алынған сельдтың тәме оҡшамай. Ҡурҡынысы юҡ - уны үҙебеҙсә әҙерләп алабыҙ. 

Сельдты үҙебеҙсәСельдты үҙебеҙсә
Сельдты үҙебеҙсә

Ҡайһы саҡта магазиндан һатып алған сельд үтә тоҙло йә тоҙо етмәүе, башҡа төрлө тәме менән оҡшамай. Бындай саҡта уны үҙебеҙсә әҙерләп алабыҙ. Тәүҙә маринад әҙерләйбеҙ. Бының өсөн бер стакан һыуға  2 сәй ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 1 лавр япрағы, 2 бөртөк ҡәнәфер, 3 бөртөк ҡара борос, 1 аш ҡалағы уксус, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы алабыҙ. Маринадты ҡайнатып сығарабыҙ һәм шунда уҡ һүндерәбеҙ. Сельдты өлөштәргә ҡырҡығыҙ, таҙартығыҙ. Унан банкаға һалып өҫтөнә һыуынған маринадты ҡойоғоҙ. 6-8 сәғәттән бик тәмле балыҡ әҙер. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас