Файҙалы кәңәштәр
22 Мая 2022, 04:29

3 минутта торт

Онһоҙ ғына ни бары 3 минутта торт бешерергә теләк бармы? Улайһа был рецепт һинең өсөн!

3 минутта торт3 минутта торт
3 минутта торт

Был тортты микроволновкала бешерәләр. 

Бының өсөн 1 порцияға 1 банан, 2 аш ҡалағы какао, 1 йомортҡа, тәмләткес, ярты балғалаҡ разрыхлитель кәрәк була. 

Кремға 180 гр эремсек (ярмаланып тормаһын), 1 аш ҡалағы тәбиғи йогурт, шәкәр тәменә ҡарап алына. 

Бананды сәнске менән иҙәбеҙ ҙә ҡалған ингредиентарҙы ҡушып болғатабыҙ. 

Әҙер ҡамырҙы формаға ҡойоп, микроволновкаға 3-4 минутҡа ултыртабыҙ. 

Был ваҡытта эремсек менән йогуртты бергә туҡып, шулай уҡ тәмләткес (шәкәр ҡомо, пудраһы) өҫтәп, крем әҙерләйбеҙ. 

Әҙер бисквитты икегә бүләбеҙ. Араһына һәм өҫтөнә крем һөртәбеҙ. Аҙаҡ үҙебеҙ теләгәнсә биҙәйбеҙ. Һыуытҡысҡа ҡуйып, һеңдереп алһаң, тағы ла тәмлерәк була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас