

100 г редиста организмға бер тәүлеккә кәрәк булған С витамины бар. Уның составында онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкән антиоксиданттарҙың булыуы мөһим. Ғалимдар әйтеүенсә, редисты даими ашаған кешеләрҙең рак менән ауырып китеү мөмкинлеге 65% әҙәйә. С витамины күп булғанға был йәшелсә иммунитетты көсәйтә. Ә В витамины нервы системаһына яҡшы йоғонто яһай, йоҡоно яҡшырта, тынысландыра. Шулай уҡ редискала фитонцид – тәбиғи антибиотиктар бар. Киҙеү мәлендә, редисты ошо ауырыуҙы профилактикалау өсөн ҡулланалар. Атеросклероз, инсульт, инфаркт һ.б. йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан да ярҙам итә ул. Редистың составында булған горчица майы тәбиғи антисептик булып, эске органдарҙағы зыянлы микробтарҙы үлтерә. Шул уҡ ваҡытта панкреатит, гастрит менән ауырығандарға редисты ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк.
Редисты сәскәндән һуң 3-4 аҙнанан уны ашай башларға була. Күп баҡсасылар уны 10 көн һайын сәсә. Шул рәүешле редис уңышы йәй дауамында була. Редисты марттан майҙың аҙағына тиклем сәсәләр. Ә бына июндән уны ултыртыу кәңәш ителмәй. Сөнки оҙон, эҫе көндәрҙә редис тиҙ генә сәскә ата, уңышы булмай тиерлек. Әгәр шуға ҡарамаҫтан был йәшелсәне июндә лә ашарға теләһәгеҙ, уның түтәлен киске 7-нән иртәнге 7-9-ға тиклем ҡара материал (спанбонд, лутрасил) менән ҡапларға кәрәк. Шулай уҡ тиҙ сәскә атмаған “Дуро”, “Дуро краснодарское”, “Малага”, “Ням-ням” сорттарын сәсергә була. Артабан редисты бер проблемаһыҙ августан үҫтерергә мөмкин. Яҙғыһын ултыртылған редисҡа – ҡояшлы, ә йәйгеһен ярымкүләгә кәрәк. Ташлы урындарҙы яратмауын онотмағыҙ. Редис ҡоролоҡто яратмай һәм уның ерен йомшартып торор кәрәк. Уны көл, ҡош тиҙәге (1:20), үләндәр төнәтмәһе (кесерткән, ромашка, пижма) менән ашлайҙар. Тәмле редисты төрлө бөжәктәр ҙә ярата. Уларҙан ҡотолоу өсөн, һыу һипкәндән һуң, йәшелсәгә көл һибеп сығығыҙ. Шулай уҡ 20 г һуған ҡабығына 1 литр эҫе һыу ҡойоп, 1 тәүлек төнәтегеҙ. Ошо шыйыҡса менән редисҡа һиптереү уны төрлө бөжәк-ауырыуҙарҙан һаҡлар.
Гүзәл Иҫәнгилдина.