Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
20 Май 2022, 16:10

Ҡулың йәш булып ҡалһын өсөн

Уны дөрөҫ тәрбиәләр кәрәк. Ярылған ҡулға крем һөртөп кенә унан ҡотолоп булмай. Бының өсөн уның "үле" ҡатын "һыҙырыр" кәрәк. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡулың йәш булып ҡалһын өсөнҠулың йәш булып ҡалһын өсөн
Ҡулың йәш булып ҡалһын өсөн

1. Бының өсөн 2 аш ҡалағы һоро шәкәрҙе, берәр аш ҡалағы зәйтүн майы һәм дәрсенде ҡушып болғатабыҙ. Был ҡатнашманы ыуып-ыуып ҡулыңа һөрт. 

Унан 10 минут бының менән компресс эшләп, йыуып төшөрөргә.

2. Ҡулды туҡландырыу.

Аҙнаһына бер тапҡыр туҡландырыу компресын яһарға кәңәш ителә. Бының өсөн бер ус дөгө йә һоло ярмаһын йылы һыуҙа ебетергә кәрәк. Ҡуйы ғына масса килеп сығырға тейеш. Был масканы ҡулыбыҙға һылайбыҙ ҙа 10 минут көтәбеҙ. Унан йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

3. Массаж 

Бының өсөн үгеҙ күҙе (арника) майы менән маска эшләргә кәрәк. Был майҙың бер-нисә тамсыһы етә. Был майҙы ҡул кремына өҫтәп, 10 минут дауамында ыуабыҙ.  

Ҡулыңдан һөйөн! Бәхетле бул!

Автор:Эльмира Киеккужина