Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Май 2022, 13:12

Һуғандан... бит өсөн маска

#Һаҡмар_кәңәшитә Һуған цинк менән бик бай. Ә цинк бит тиреһен йәшәртә, тығыҙлығын арттыра. Һуғандан эшләнгән маска һырҙарҙы бөтөрә, бит тиреһен ағарта. 

Һуғандан... бит өсөн маска
Һуғандан... бит өсөн маска

Һуған цинк менән бик бай. Ә цинк бит тиреһен йәшәртә, тығыҙлығын арттыра. Һуғандан эшләнгән маска һырҙарҙы бөтөрә, бит тиреһен ағарта. 

Бының өсөн башта башлы һуғанды ҡырғыстан үткәр. Унан һуған бутҡаһына бал өҫтә. 

Битеңә алдан үҫемлек майын һөрт.  Зәйтүн майы ҡулайлыраҡ булыр. Унан майлы битеңә һуғанлы масканы һыла. 

Беренсе ҡаты кипкәс, йәнә ошолай итеп ике ҡат һылар кәрәк. Быға ғәҙәттә 30 минут тирәһе ваҡыт китә. 

Унан битеңде йылы һыу менән йыуып, масканы төшөр. Аҙаҡ битеңә кефир һылаю кефир һуғандың еҫен бөтөрөр, әсеткән битте тынысландырыр. 

Бындай һуғанлы масканы 2 көн һайын 10 тапҡыр эшләргә кәңәш ителә. 

Был масканы эшләгәндән һуң бит шыма булып ҡалыр, ваҡ һырҙар бөтөр, пигмент таптар, һипкелдәр бөтөр. Бит овалы матурайып ҡалыр.  

Матур һәм бәхетле булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: