Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Май 2022, 15:06

Бауырың ауыртамы?

Бауырығыҙ ауыртамы? Хәлһеҙлек, башығыҙ әйләнеп, ҡоҫҡоғоҙ киләме, эсегеҙҙең уң яғы ауыртамы, әллә ашҡаҙан тирәһеме, тәнегеҙҙең сәбертеп сығымы?.. Быларҙың барыһы ла бауырҙың эшләп етмәүен аңғарта. Ә бына шифалы бер стакан был төнәтмә ысын мөғжизә тыуҙырасаҡ. Бауырҙан токсиндарҙы таҙартырға ярҙам итәсәк.

Бөтнөктән (мята) эсемлек әҙерләр өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

яңы йыйылған бер ус бөтнөк, 1 стакан лимон һуты, 1 стакан әфлисун һуты, 1 стакан таҙа һыу, 3 аш ҡалағы бал.

Һыуҙы тәрән һауытҡа ҡойоғоҙ һәм утта йылытығыҙ. Уға йыуып таҙартылған бөтнөк төшөрөп, яй ғына утта 5 минут тирәһе ҡайнатығыҙ. Уттан алғас, һыуытырға ҡуйығыҙ. Бүлмә температураһы тирәһендәй һыуынғас, лимон, әфлисун һәм бал ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ. Бер аҙ ваҡытҡа уны ултыртып ҡуйығыҙ. Һуңынан иләк аша үткәреп, һөҙөгөҙ. Шифалы эсемлек шуның менән әҙер. Ул ағыуланғанда, эсегеҙ күпкәндә лә ярҙам итәсәк. Һыуһынды ҡандыра. Көнөнә әҙләп-әҙләп бер стакан эсеү ҙә етә.

Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Сығанаҡ: Тикшерелгән халыҡ рецептары/100йәшкә тиклем һаулыҡ

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: