Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Май 2022, 09:30

Быларҙы белергә кәрәк

Сей утын янмай аптыратһа, уға әҙерәк эре тоҙ һибегеҙ...

Быларҙы белергә кәрәк
Быларҙы белергә кәрәк

Төбө ныҡ көйгән кәстрүл, табаға тоҙ һалып бер нисә сәғәткә ултыртып ҡуйһаң, тиҙ таҙартыласаҡ.

Кейемегеҙгә май тамһа, уның өҫтөнә тоҙ һибегеҙ һәм ипләп кенә ышҡығыҙ. Май юғалғансы тоҙҙо бер нисә мәртәбә алмаштырырға кәрәк.

Ебәк, сатин туҡыманан булған кейемде тоҙ һалынған һалҡын һыуҙа сайҡатһағыҙ, төҫө оҙаҡ һаҡланасаҡ, сағыу буласаҡ.

Сей утын янмай аптыратһа, уға әҙерәк эре тоҙ һибегеҙ.

Канализация торбаларын таҙартыу өсөн раковинаға тоҙ һалығыҙ һәм уны ҡайнап торған һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Сумкағыҙҙа, аяҡ кейемегеҙҙә насар еҫ барлыҡҡа килһә, унда бер көнгә бер сәй пакетигын һалып ҡуйығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: