Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Май 2022, 18:42

Баллы шампунь

Сәсте нығыта торған шәп сара!

Баллы шампунь
Баллы шампунь

Бының өсөн 4 аш ҡалағы кипкән һәм онталған ромашканы термосҡа һалып, өҫтөнә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. 

Унан 1 сәғәт-сәғәт ярым ваҡыт төнәтегеҙ. 

Унан һөҙөп алығыҙ ҙа 1аш ҡалағы бал ҡушып болғатығыҙ. 

Был баллы һыу менән сәстәрегеҙҙе һыулағыҙ.

Ярты сәғәттән һуң сәсегеҙҙе йылы һыу менән сайҡатығыҙ. Шампунь ҡулланырға кәрәкмәй.  

Был баллы шампунь менән сәсегес ҡоро булһа, аҙнаһына бер тапҡыр, майлы булһа, 2 тапҡыр башта үҙенеҙҙең шампунь менән,аҙаҡ баллы һыу менән йыуырға кәңәш ителә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Сәсегеҙ һеҙҙең ғорурлығығыҙ булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: