Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
15 Мая 2022, 15:55

Баҡсала йөрөп ҡулығыҙ ярылманымы әле?

Улайһа был май һеҙҙең өсөн. Үҙе етмәһә йәшәртә лә

Баҡсала йөрөп ҡулығыҙ ярылманымы әле?Баҡсала йөрөп ҡулығыҙ ярылманымы әле?
Баҡсала йөрөп ҡулығыҙ ярылманымы әле?

1 литр йылы һыуҙа 2 аш ҡалағы тоҙҙо иҙәбеҙ. Был иҙмәгә ҡулды тығып, 10 минут көтөгөҙ. Ҡулды тоҙло һыуҙан алғас, һөртөргә ашыҡмағыҙ. Ҡулдарыбыҙҙы алдан әҙерләгән майға тығып алабыҙ.  

Ә май былай яһала: 

* 1 йомортҡа һарыһы;

* 1 аш ҡалағы бал;

* 1 аш ҡалағы үҫемлек майы.

Ҡулдағы был масканы 20 минуттан һыу йыуып төшөрәбеҙ. 

Масканың эффекты ғәләмәт шәп: ҡул тиреһе йомшаҡ ҡына, һығылмалы һәм шыма булып ҡалыр. Ғәҙәттә уны 3-4 көн ҡулланғандан һуң ярылған урындар бөтә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас