Файҙалы кәңәштәр
14 Мая 2022, 05:30

Бәпембәнән ҡайнатма

Был ҡайнатманы әҙерләүҙең махсус рецебы бар икәнлеген онотмағыҙ. Ул түбәндәгесә әҙерләнә:

Бәпембәнән ҡайнатма

 

500 д. бәпембә

1 кг шәкәр ҡомо

2 лимон

1 л һыу

 

   Бәпембәләрҙең йәшел ҡыяҡтарын ҡайсы менән ҡырҡабыҙ. Яҡшылап йыуылған лимонды ҡабығы менән бергә турап кәстрүлгә һалабыҙ һәм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт тотабыҙ. Йыуылған бәпембәләрҙе өҫтәп бер сәғәт ҡайнатабыҙ. Һыуынғас, ике тапҡыр иләк аша һөҙөп, шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә, ярты сәғәт талғын утта ҡайнатабыҙ. Ҡайнатма әҙер!

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас