Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Май 2022, 15:00

Ҡарағат япрағының шифаһын беләһегеҙме?

Йәйен ҡарағат япрағынан яһалған сәйҙе күберәк эсеп ҡалығыҙ. Тик уның өсөн ботаҡтар осонда үҫкәндәрен генә йыйырға кәңәш ителә. Улар...

Йәйен ҡарағат япрағынан яһалған сәйҙе күберәк эсеп ҡалығыҙ. Тик уның өсөн ботаҡтар осонда үҫкәндәрен генә йыйырға кәңәш ителә.

Ҡара ҡарағат япрағы организмды нығытыу һәләтенә эйә. Йөрәк һәм һейҙек юлдары ауырыуҙарынан интегеүселәр өсөн айырыуса ла файҙалы. Һалҡын тейеп сирхап китеүселәр өсөн дә шифаһы күп. Уның сәйе ашҡаҙан өсөн дә файҙалы. Тәмәке тартыусылар ҙа мотлаҡ ҡарағат япрағынан яһалған сәйҙе эсергә тейеш. Сөнки уларҙағы антиоксидтар ағыулы мәтдәләргә ҡаршы торорлоҡ көс бар. Ҡара ҡарағат япраҡтарында эфир майы һәм фитонцидтар, С витамины, магний, кальций, калий, фосфор күп.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: