Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор

Чебурек

Был чебурек ҡамырын ондо һыуҙа ҡамырҙа бешереп эшләнелә. 

ЧебурекЧебурек
Чебурек

Табаҡҡа

* 2 стакан һыу;

* 3 аш ҡалағы аҡ май;

* ҡалаҡ осонда ғына шәкәр ҡомо;

* бер балғалаҡ тоҙ; 

* 1 аш ҡалағы уксус һалып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыу ҡайнап сығыу менән 2 стакан он һалып, тиҙ генә болғатып, уттан алабыҙ. 

Ҡамыр бер аҙ һыуынһын. Хәҙер инде 2 йомортҡа ҡушып, яҡшылап туҡыйбыҙ ҙа кәрәгенсә он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Он яҡынса 4-5 стакан китә. 

* ЭСЛЕКТЕ ӘҘЕРЛӘЙБЕҘ

Фаршҡа 1 һуғанды ҡырғыстан үткәреп, 1 һуғанды ваҡ итеп турап ҡушабыҙ. Шулай уҡ тоҙ, борос һәм һыу өҫтәргә кәрәк була. Яҡшылап тысҡыйбыҙ. Бына фарш әҙер. 

Фарш бер аҙ шыйығыраҡ булһын. Былай яҡшыраҡ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас