Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
24 Апреля 2022, 06:46

Хамедорея, йәки пальма

Хамедорея ― ул бик матур бүлмә гөлө. Бынан тыш ул бүлмәләге һауаны таҙарта.  Был гөлдө күргәс, ғашиҡ булдым. Төбөнән тамыры менән бер ботағын йолҡоп алдым. Тупраҡҡа ултыртып, үҫтереп маташтым. Тик ул тиҙҙән үҙенән-үҙе һулыны. Икенсеһен алып, йәнә ултырттым. Был юлы ҡояш төшмәгән урынға. Йәнә һулыны. Өсөнсөһөн ултыртыр алдынан интетнеттан ул гөл тураһында мәғлүмәт эҙләп таптым. 

Хамедорея, йәки пальмаХамедорея, йәки пальма
Хамедорея, йәки пальма

 Хамедорея ― ул бик матур бүлмә гөлө. Бынан тыш ул бүлмәләге һауаны таҙарта. 

Был гөлдө күргәс, ғашиҡ булдым. Төбөнән тамыры менән бер ботағын йолҡоп алдым. Тупраҡҡа ултыртып, үҫтереп маташтым. Тик ул тиҙҙән үҙенән-үҙе һулыны. Икенсеһен алып, йәнә ултырттым. Был юлы ҡояш төшмәгән урынға. Йәнә һулыны. Өсөнсөһөн ултыртыр алдынан интетнеттан ул гөл тураһында мәғлүмәт эҙләп таптым. 

Был матурҡайҙы орлоҡтан һәм тамырынан үрсетәләр. 

Орлоҡ менән үрсетеү юлы

Сәскә атҡан һәр гөлдөң орлоғо ярай, тигәнде аңлатмай. Орлоҡто шулай уҡ магазиндан да һатып алып була. Ә бына гөлдөң үҙенән алыр өсөн тырышыр кәрәк буласаҡ. Хамедореяның ир енесенән һәм ҡатын енесенән булған төптәре була. Шул осраҡта уның орлоғон ҡулланырға була.  Шуға был осраҡты алып ташлайыҡ. 

 

Һатып алынған орлоҡто сәсер алдынан

Һалҡын һыуҙа 4-6 көн ебетеп тороғоҙ. Шулай уҡ кеүек Циркон, Эпин, Рибав-экстра кеүек стимуляторҙар өҫтәргә була. 

Һауыттарҙың төбө тишек булһын. 2 см тәрәнлектә сәсер кәрәк булыр орлоҡтарҙы. 

Унан һауыттарҙы парникка тығығыҙ. Шул саҡта ул еңелерәк үҫеп китер. 

Орлоҡтан сәселгәндәрен тәүлегенә 9-11 сәғәт ҡояш төшкән урынға ултыртығыҙ. 

Тупраҡтың өҫтө күгәрмәһен. Шулай уҡ 1-2 сәғәт елләтеп алығыҙ. 

Орлоҡ шытып үҫеп сыҡҡансы 5-8 айҙан һуң ғына шытып сығыр. 

Шытып сыҡҡандан һуң иркенерәк һауыттарға ултыртығыҙ.   

26° градус йылылыҡ булһын тәүлек әйләнәһенә. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас