Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
23 Апреля 2022, 07:15

Себеш миҙгеле етте

Йыл һайын кешеләр себеш-бәпкәләр алған һайын уларҙы юғалтмайынса үҫтереү тураһында борсола. Шуға күрә ҡош-ҡортта ниндәй сирҙәр йышыраҡ булыуы тураһында мәғлүмәтте хужалыҡ тотҡан һәр кем белергә тейештер...

Себеш миҙгеле еттеСебеш миҙгеле етте
Себеш миҙгеле етте

Йыл һайын кешеләр себеш-бәпкәләр алған һайын уларҙы юғалтмайынса үҫтереү тураһында борсола. Шуға күрә ҡош-ҡортта ниндәй сирҙәр йышыраҡ булыуы тураһында мәғлүмәтте хужалыҡ тотҡан һәр кем белергә тейештер.

Йыш таралған сирҙәрҙең береһе - һары перитонит (ҡорһаҡ эсен һәм ундағы ағзаларҙы ҡаплаусы ҡатлы шекәрәнең шешеүе). Бындай сир килеп сыҡһа, ҡош-ҡорттоң эсе таша, ул йүнләп атлай алмай башлай, эткә оҡшатыңҡырап, аяҡтарын алға һуҙа. Эсе китә башлауы ла мөмкин. Был ауырыу көслө стресс кисереү арҡаһында килеп сыға. Шуның өсөн дә ҡош-ҡорт кетәгенә ингәндә, ҡоштар менән аралашҡанда, ҡысҡырмай, яғымлы ғына һөйләшә-һөйләшә йөрөргә кәрәк. Хужаһынан йәки башҡа берәй нәмәнән ҡурҡҡан ҡоштарҙы дауалап булмай, һуйырға ғына ҡала. Әйткәндәй, уларҙың итен оҙаҡ итеп ҡайнатырға кәрәк.

Эс китеүе. Был сир насар, зарарланған ем ашағанлыҡтан килә. Бындай осраҡта ҡошҡа өс көн дауамында иртәнсәк көсһөҙ марганцовка иретмәһен эсерергә һәм мотлаҡ рәүештә емде сифатлыһына алмаштырырға кәрәк. Әгәр ярҙам итмәһә, 10 тауыҡҡа бер таблетка күләмендә левомицетин бирергә була.

Әгәр ҡош-ҡорттоң боғаҙына аҙыҡ тығылһа, белегеҙ – ул күгәргән, йүнләп ваҡланмаған, иҙелмәгән аҙыҡ ашаған. Был осраҡта боғаҙына аҙыраҡ үҫемлек майы тамыҙырға һәм яйлап ҡына ыуырға, массаж яһарға кәрәк. Башын аҫҡа эйеп, тығылған аҙыҡты һаҡ ҡына һығып төшөрөргә мөмкин.

Әлбиттә, иң тәүҙә ҡош-ҡорт өсөн “йорт төҙөү” хәстәрен күрергә кәрәк. Ояларға ямғыр төшмәҫкә, ел үтмәҫкә тейешлеге аңлашыла. Ҡарғалар, сәүкәләр йомортҡаларҙы урламаһын, эсмәһен өсөн улар ҡараңғы урында яһала. Әгәр ҙә ҡоштар өсөн махсус һарайығыҙ бар икән, уны тиҙәктән, башҡа бысраҡтан таҙартығыҙ. Кешеләр йәшәгән урынды ғына таҙарталар, йыуалар тип яңылышмағыҙ – махсус һарайҙарҙың да стеналары, иҙәндәре эҫе һыу менән яҡшылап йыуыла.
Ҡош-ҡорт та “пляж” ярата. Һәр ваҡыт ҡояш төшөп торған ерҙә, ҡом менән көлдө ҡатнаштырып, пляж эшләргә мөмкин. Был пляж бәпкәләр ҡыҙынып ятһын өсөн генә түгел, ҡош-ҡортта бөрсәләр барлыҡҡа килмәһен өсөн дә кәрәк.

Үкенескә күрә, һуңғы ваҡытта республикала ҡош-ҡорт өсөн сифатһыҙ аҙыҡтар һатыла, патоген бәшмәктәр, синегной таяҡсалары, протей һәм башҡа вирустар менән зарарланған ярмалар осрай. Шуға күрә уларҙы яҡшы итеп бешерергә кәрәк. Әйткәндәй, йәй көнө асыҡ һауала йөрөгән ҡош-ҡорт витаминдарға мохтаж түгел. Дөрөҫөрәге, улар витаминдарҙы үҙҙәре таба – ҡояш һәм йәшел үләндән ала.

Кешеләрҙе тағы бер борсоған һорау – ул ҡош киҙеүе. Кешеләр был сирҙе үҙҙәренә йоҡтороуҙан ҡурҡа. Эйе, ҡош киҙеүе вирусы ҡоштарҙан кешегә йоғорға мөмкин (сирле ҡошҡа ҡағылғанда, сирле ҡош йомортҡаһын йәки итен тейешенсә бешереп еткермәй ашағанда).

Ҡош киҙеүе, башҡа вируслы йоғошло сирҙәр кеүек үк, тиҙ үҙгәреүе – мутацияға бирелеүе менән хәүефле. Вирус яңы шарттарға һәм йәшәү мөхитенә бик тиҙ яраҡлаша, һөҙөмтәлә ҡош киҙеүе ҡоштарҙан кешегә генә түгел, кешенән кешегә лә күсә ала. Ә бит кешелә ҡош киҙеүенә ҡаршы иммунитет юҡ һәм был сирҙе йоҡторған осраҡта хатта бына тигән һау-сәләмәт кеше лә ныҡ ауырырға мөмкин.Ҡош ҡиҙеүе – йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш эшкәртеү, тын алыу органдарын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу. Сирле йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), ҡыуыу-саҡырыуҙы бар тип тә белмәй, йомортҡа һалыу ҡырҡа кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, танау тишектәренән ҡан килә, йөндәре тырпайып тора. Тауыҡтарҙың кикереге һәм һаҡалы шешенеп, күгәреп тора. Ҡош киҙеүен таратыусы сығанаҡ – сирле ҡош һәм уның тәбиғи хәжәте.

Кешелә ҡош киҙеүе билдәләре ҡәҙимге грипп билдәләренә оҡшаш: үтә юғары температура, ауыр тын алыу, йүткереү, тамаҡ һәм мускулдар ауыртыуы. Әгәр ҡошҡа ҡағылырға тура килгәндән һуң ниндәйҙер киҫкен респиратор (грипҡа оҡшаш) сир башланһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бынан тыш, шәхси гигиена талаптарын да онотмағыҙ. Ҡош-ҡортто махсус өҫ һәм аяҡ кейемендә генә тәрбиәләгеҙ, был кейемдәрҙе даими таҙартығыҙ, йыуығыҙ. Урамда үлгән ҡош күрһәгеҙ, ҡағылмағыҙ. Ҡырағай ҡоштар тупланған урындарҙан ситтәрәк йөрөгөҙ.

Ҡошсолоҡ продукттарын аҙыҡ итеп файҙаланыр алдынан мотлаҡ ныҡлап бешерегеҙ. Ентекләп йыуылған ҡош итен кәмендә 30-40 минут бешерергә йәки ныҡ итеп ҡыҙҙырырға кәрәк. Йомортҡаны сейләй йәки яртылаш ҡына бешереп ашамағыҙ.

Кешеләрҙе йыш борсоған тағы бер һорау – тауыҡтарҙың, ҡаҙҙарҙың тәпәйҙәре кәкрәйеүе. Ҡоштарҙың тәпәйҙәре кәкрәйеүе, хәрәкәт итә алмауы уларҙың һөйәктәре зарарланыуы тураһында һөйләй. Төп сәбәп - Д витаминының етмәүе. Һөҙөмтәла ҡоштарҙың аппетиты юғала, аҙ хәрәкәт итә, йөндәре ҡойола, тотоп ҡарағанда умыртҡа һөйәгенең ҡыйшайыуы һиҙелә. Бындай осраҡта ҡоштарҙың рационына витаминдар (трикальцийфосфат) индереү мотлаҡ. Уларҙы һәр саҡ бикле тотмағыҙ, йөрөтөп алығыҙ. Мотлаҡ кесерткән ашатығыҙ. Ауырығандарын башҡа ҡоштарҙан айырып тәрбиәләгеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас