Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
17 Апреля 2022, 08:06

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн

Хәтерегеҙ насарая башлаһа, мотлаҡ был төнәтмәне эшләп эсеп ҡара.  Төнәтмәнең нигеҙендә һарымһаҡ ята. Һәм ул атеросклероздан, мейе эшмәкәрлеген тиҙләтергә, ҡартлыҡ менән бәйле ҡолаҡ тоноуынан, хроник арыуҙан, эсәктәр эшмәкәрлеге насарайған саҡта ярҙам итә.  Тулы дауаланыу курсы үткәндән һуң ҡапыл ғына хәл кереп киткәндәй һәм аҡылға бәйле эшмәкәрлек артҡанын тойорһоғоҙ. Шулай уҡ кәүҙә ауырлығы бер аҙ кәмер, үҙегеҙҙе яҡшыраҡ тоя башларһығыҙ. Хатта депрессия артҡа сигенер. 

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөнХәтерҙе яҡшыртыу өсөн
Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн

Төнәтмәнең нигеҙендә һарымһаҡ ята. Һәм ул атеросклероздан, мейе эшмәкәрлеген тиҙләтергә, ҡартлыҡ менән бәйле ҡолаҡ тоноуынан, хроник арыуҙан, эсәктәр эшмәкәрлеге насарайған саҡта ярҙам итә. 

Тулы дауаланыу курсы үткәндән һуң ҡапыл ғына хәл кереп киткәндәй һәм аҡылға бәйле эшмәкәрлек артҡанын тойорһоғоҙ. Шулай уҡ кәүҙә ауырлығы бер аҙ кәмер, үҙегеҙҙе яҡшыраҡ тоя башларһығыҙ. Хатта депрессия артҡа сигенер.

Дауаны әҙерләү өсөн 350 грамм иҙелгән һарымһаҡ (тик уны пресстан һәм ҡырғыс аша үткәрмәгеҙ. Бысаҡ менән ваҡ итеп турарға йәки ағас ступкала иҙенеҙ) һәм ярты литр 96 градуслы спирт кәрәк була. 

Һарымһаҡты спирт менән бутап, 10 көнгә ҡараңғы урынға ултыртып ҡуйығыҙ. 

10 көндән һуң һарымһаҡты һөҙөп алығыҙ. Ә шешәләге спиртты йәнә ике көн ҡараңғыла тотоғоҙ. 

Шифалы төнәтмәне былай итеп эсәләр: 

беренсе көндө иртә менән 1 тамсы эсегеҙ; төшкөһөн ― 2 тамсы, кис ― 3 тамсы. 

Икенсе көн иртәне 3 тамсынан башлағыҙ. Төш ― 4 тамсы, кис ― 5 тамсы. 

Өсөнсө көндө 5 тамсынан башлағыҙ. Төшкөһөн ― 6, кис ―7. 

Дүртенсе көн иртән ― 7 тамсы, төш ― 8, кис 9 тамсы эсегеҙ. 

Бишенсе көндө иртәне 10 тамсынан (төш ― 11, кис ―12) башлағыҙ. 

Алтынсы көндө иртәнән 15 тамсы эсегеҙ (төш ― 14, кис ― 13 тамсы). 

Ошолай алтынсы көндән һуң тамсылар һанын бергә кәметегеҙ. Һуңғы көн - 10-сы көнгә тап килә. 

Ун беренсе көндә һарымһаҡлы төнәтмәне 50 миллиграмм (ул  бер аш ҡалағы тирәһе була) һөт менән ҡушып эсә башлайҙар. 25 тамсыны 1 аш ҡалағы һөткә ҡушып, көнөнә шулай уҡ өс тапҡыр эсергә. 

Быныһында инде төнәтмә бөткәнсе ҡабатлана. 

Бындай дауалау курсын 5 йылға бер ҡабатларға кәңәш ителә. 

Был дауа ашҡаҙан һутында кислота артыҡ күп булғанда, гастрит һәм язванан ҡәтғи тыйыла. 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Сығанаҡ: https://vk.com/wall197922561_36473 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас