+28 °С
Облачно


Винегрет салатын һәр кем ярата. Тик өҫтәлгә ҡуйғас ул ҡып-ҡыҙыл булып, бар йәшелсә сөгөлдөр һутына мансыла. Винегрет тәмле генә түгел, ә матур булһын өсөн туралған һәр йәшелсәне айырым һауытта айырым май ҡойоп болғатығыҙ. Шунан ғына йәшелсәләрҙе бер һауытта ҡушып болғатығыҙ. Винегрет тәмле лә, матур ҙа булыр. Аштарығыҙ тәмле булһын!