Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
17 Апреля 2022, 10:05

Ҡара һуғандың файҙаһы күп

Ҡар әрселер-әрселмәҫтән баш ҡалҡытҡан йәшел һуғанды һәр баҡсала күрергә була. Уның үҙенән-үҙе үҫкәненә күнегеп тә бөткәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡара һуғандың бөйөрө, бауыры, йөрәге ауыртҡан кешеләргә бик файҙалы булыуын белеп тә етмәйбеҙ. Шулай уҡ уны быуындарға тоҙ ултырғанда (подагра), юғары ҡан баҫымынан, эс киткәндә ҡулланалар...

Ҡара һуғандың файҙаһы күпҠара һуғандың файҙаһы күп
Ҡара һуғандың файҙаһы күп

Ҡар әрселер-әрселмәҫтән баш ҡалҡытҡан йәшел һуғанды һәр баҡсала күрергә була. Уның үҙенән-үҙе үҫкәненә күнегеп тә бөткәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡара һуғандың бөйөрө, бауыры, йөрәге ауыртҡан кешеләргә бик файҙалы булыуын белеп тә етмәйбеҙ. Шулай уҡ уны быуындарға тоҙ ултырғанда (подагра), юғары ҡан баҫымынан, эс киткәндә ҡулланалар. Ул организмдағы артыҡ һыуҙы ҡыуып сығарыу сифатына эйә. Ҡара һуған аскорбин кислотаһына бай. Шул уҡ ваҡытта ашҡаҙан, гастрит, панкреатит менән сирлеләргә бар төр һуғанды ла һаҡ ҡулланырға кәрәк. Әйткәндәй, ҡара һуған Ҡытай мединицаһында киң ҡулланыла.

Ҡара һуғанды үҫтереү бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Тик 5-6 йыл һайын уның урынын алмаштырыр кәрәк. Ул борсаҡлы культуралар, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ташҡабаҡтан һуң ултыртҡан тупраҡты ярата. Ә бына томат, һарымһаҡ, башҡа төр һуған, ҡыяр, кишерҙән һуң ҡалған ергә уны сәсергә кәңәш ителмәй. Ҡара һуған ҡоролоҡто яратмай. Ағас көлө ашламаһында яҡшы үҫә. Ҡара һуғанды апрелдә, июндә, октябрҙә сәсергә була. Йыл дауамында ҡара һуғанлы булырға теләһәгеҙ, көҙгөһөн йәшниккә ултыртып, тәҙрә төбөндә лә ҡалдыра алаһығыҙ.

Ҡайһы бер баҡсасылар ҡара һуғандың тиҙ һарғайыуына һәм ҡатыуына зарлана. Бының сәбәбе – һыу етмәү. Һыуһыҙ һуған тиҙ һарғая, ҡата һәм орлоҡ бирә башлай. Ҡара һуған үҫкән тупраҡҡа һыу 20 сантиметр тәрәнлеккә үтеп инергә тейеш. Ямғырҙарҙан һуң һуғандарҙың төбөн йомшартырға ла онотмағыҙ.

Ҡара һуғанды бер миҙгелдә 2-3 мәртәбә ҡырҡып, йыйып алалар. Полиэтиленға һалынған һуған һыуытҡыста бер айға тиклем һаҡлана. Әгәр был йәшел тәмләткескә оҙағыраҡ һөйөнөргә теләһәгеҙ, уны йыуып, киптереп, ҡапҡаслы һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуйығыҙ. Шулай уҡ ҡара һуғанды киптереп тә һаҡлайҙар.

Көҙҙөң һуңғы айҙарында ҡара һуғанды ҡырҡып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр. Тик төбөнә тиклем ҡырҡмағыҙ, сөнки тамырҙары ғына тороп ҡалған һуған ҡаты ҡыш айҙарында һәләк булыуы бар. Шуға күрә 2-3 см ҡалдырып ҡырҡығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас