Файҙалы кәңәштәр
14 Апреля 2022, 07:33

Тубыҡтарың һыҙлаймы?

Баллы аспирин һиңә ярҙамға килер.  

Тубыҡтарың һыҙлаймы?Тубыҡтарың һыҙлаймы?
Тубыҡтарың һыҙлаймы?

 10 таблетка аспиринды (ацетилсалицилин кислотаһы) иҙеп, 200 гр бал менән яҡшылап болғатабыҙ. 

Был ҡатнашманы 10 көн йылы урынға ултыртып ҡуябыҙ. Ошо ваҡытта уны болғатып торорға онотма. 

Килеп сыҡҡан мазь менән һыҙлаған тубыҡтарыңды ыуып, йөн яулыҡ менән төрөп, өҫтөнә полиэтилен менән ҡаплап,  компресс эшләгеҙ. 

Әсетеп, сәнсеп алыр, ҡыҙарып торор. Борсолмағыҙ. Был кире эффект ваҡыт менән үтер.

Был процедураны һыҙланыуҙар баҫылғансы ҡабатлар кәрәк.

Эффект яҡшыраҡ булһын өсөн ваҡыты менән күнекмәләр эшләп алырға онотмағыҙ. 

Ә бына балға аллергияһы булғандарға был рецепт менән һағыраҡ ҡыланырға кәңәш ителә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас