Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Апреля 2022, 05:20

Йәй ашар өсөн ҡыярҙы хәҙер үк сәсегеҙ

Тап ошо ваҡытта ултыртһағыҙ, май башында теплицаға сығарырлыҡ буласаҡ... 

Йәй ашар өсөн ҡыярҙы хәҙер үк сәсеп ҡуйыу мотлаҡ. Тап ошо ваҡытта ултыртһағыҙ, май башында теплицаға сығарырлыҡ буласаҡ. Һауытҡа тулыр-тулмаҫ итеп тупраҡ һалып, һәр береһенә 1,5-2 см тәрәнлектә 1-әр орлоҡ сәсәбеҙ. Сәскәндән һуң һыу һипмәйбеҙ. Кире осраҡта, улар тағы ла тәрәнгә төшөп китә. Һауыттың өҫтөн пленка менән ҡаплайбыҙ һәм йылы урынға ҡуябыҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: орлоҡтарҙың бушмы, түгелме икәнлеген тикшерегеҙ. Уның өсөн бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һалып яҡшы итеп болғатабыҙ. Орлоҡғтарҙы ун минутҡа төшөрәбеҙ. Һәйбәттәре аҫҡа төшә, буштары ҡҫтә ҡаласаҡ. Тоҙло һыуҙан һуң орлоҡтарҙы ҡайтанан йыуып киптерәбеҙ.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас