Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Апреля 2022, 10:15

Тамаҡҡа төйөр тығылһа...

Ҡайһы саҡ тамаҡҡа төйөр тығыла. Уны нисек бөтөрөргә белмәй аҙапланғандар бихисап. Был ябай ғына кәңәштәр һеҙгә ярҙамға килер. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Тамаҡҡа төйөр тығылһа...Тамаҡҡа төйөр тығылһа...
Тамаҡҡа төйөр тығылһа...

Тамаҡҡа тығылған төйөрҙән ҡотолоу өсөн

беренсенән, саф һауала йәйәүләп йышыраҡ йөрөгөҙ; 

икенсенән, седатив тәьҫире булған сәйҙәрҙе, йәғни ромашка, мелисса, бөтнөк, арыҫлан ҡойроғо (пустырник) һәм бесәй үләне (валериана) ҡайнатып эсегеҙ. 

өсөнсөнән, йоҡларҙан 2 сәғәт алда күңелде болоҡһотҡан, тәьҫире көслө булған фильмдарҙан баш тартығыҙ. Йоҡларға әҙерләнеү процессын йолға әйләндерегеҙ. 

Шулай уҡ тын алыу гимнастикалары тураһында ла онотмағыҙ:

* Ҡулығыҙҙы эсегеҙгә һалығыҙ ҙа, эсегеҙ менән тын алығыҙ (күкрәк менән түгел). Тын алған саҡта 2-гә тиклем һанағыҙ, ә бына тынды сығарғанда 4-кә тиклем еткерегеҙ. Был күнекмәне 5-10 минут дауамында ҡабатлағыҙ. 

* Ябай ҡағыҙ пакет алығыҙ ҙа, уның эсенә тын алығыҙ. Был ваҡытта тынығыҙҙы 6 секундҡа тиклем тотоп торорға кәрәк. Шулай уҡ табиптар иғтибарҙы танауҙың осона йүнәлтеп, 10 минуттай шулай торорға кәңәш итә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина